День башкирского языка
Декабрь 14, 2020
Просмотров: 41
Телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙҙең береһе – мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла илһамланып ижад иткән. Ысынлап та, туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар – ысын һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. Шуға күрә 14 декабрь, Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнө, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде.
Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теленә арналған саралар “Тыуған ерҙә – туған телдә” тигән девиз менән башланып китте. 9-сы класта “М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады”на бағышланған дәрес үтте. Дәрестә уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы ; үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтерҙе; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын уятты.